«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Эттәр һәм бесәйҙәрҙе күрергә теләһәгеҙ



06.05.2013 Эттәр һәм бесәйҙәрҙе күрергә теләһәгеҙ

Эттәр һәм бесәйҙәрҙе күрергә теләһәгеҙ Май айында Өфөлә тоҡомло эттәр һәм бесәйҙәр күргәҙмәләре үтәсәк. 18 майҙа «УЗЭМИК» мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килтерелгән эттәр күрһәтеләсәк. Был сарала, матур хайуандар менән танышыу менән бер рәттән, тоҡомло көсөктәрҙе лә һатып алырға мөмкин буласаҡ.
Был көндө шулай уҡ «Йәйғор - Экспо» һатыу-күргәҙмә үҙәгендә «Яҙғы рапсодия» исемле халыҡ - ара бесәйҙәр күргәҙмәһе асыласаҡ. Ул ике көн барасаҡ.
Ә 25 майҙа Өфө «Яҙғы вернисаж - 2013» Бөтә Рәсәй эт күргәҙмәһен ҡабул итәсәк. Уны «Мопс һәм Компания» кинология үҙәге ойоштора, унда мопстар, Ирланд ҡыҙыл сеттерҙары һәм цвергшнауцерҙар күрһәтеләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға