«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Балалар баҡсаһына сират бөтөрмө?



29.10.2010 Балалар баҡсаһына сират бөтөрмө?

Һуңғы ваҡытта иң ҡыҙыу тикшерелгән мәсьәләләрҙең береһе - балалар баҡсаһы. Шунһыҙ әмәл юҡ. Сөнки сабыйы тыуғас уҡ сиратҡа торған ата-әсә балалар баҡсаһына путевканы дүрт-биш йыл буйы көтөп ала алмай. Ә баҡсаға урынлашҡан балалар һаны һуң?! Бер төркөмдә генә ҡырҡҡа яҡын бала! Бына шуға ла проблеманы хәл итеү көнүҙәк мәсьәлә. Күптән түгел баш ҡалала йәш ярымдан өс йәшкәсә балаларға түләнә башлаған өс мең күләмендәге компенсация быға асыҡ миҫал. ҡала советының был аҙымы һиҙелерлек ярҙам булды, тигән фекерҙә сиратта тороусылар. Тик оноторға ярамай, был түләү ҙә тик ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә генә тәғәйенләнә.
Аҙна аҙағында йенә бер һөйөнөслө хәбәр билдәле булды - Башҡортостан алдағы өс йылда балалар баҡсаһы төҙөүгә һәм реконструкциялауға туғыҙ миллиард самаһы аҡса тотонмаҡсы. Атап әйткәндә, аталған сумманың 2,5 миллиарды киләһе йылда уҡ балалар баҡсаларын үҫтереүгә йүнәлтелһә, 2012 йылда - 3,5, 2013 йылда 3 миллиард һум аҡса тотоноу ҡаралған. Был республиканың барлыҡ район һәм ҡалаларында күҙәтелгән проблеманы хәл итәсәк, имеш. Шулай була күрһен инде.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға