«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Балаларҙың спорт тренеры – наркодилер



27.10.2010 Балаларҙың спорт тренеры – наркодилер

Өфөлә 19 кешенән торған наркотөркөм ҡулға алынған, тип хәбәр итә БР буйынса наркополицияның матбуғат хеҙмәте. 16 урында тентеү ваҡытында енәйәтселәрҙән 750 мең һумға торошло 526 г героин, 60 кеҫә телефоны, 30 сим-карта, 25-тән ашыу банк картаһы, ҡиммәтле металл әйберҙәр, төргәктәр, 100 мең һум аҡса тартып алынған. Наркокүҙәтеү идаралығы начальнигы урынбаҫары Виталий Мартынов билдәләүенсә, шәхси составтан 100 кеше ҡатнашҡан был махсус уңышлы операция тәүгеһе түгел. Ай башында ғына 20 енәйәтсенән торған шундай төркөм тотолған. Уларҙың береһенең дә даими эш урыны булмаған тиерлек. Ә бына берәүһе волейбол буйынса балалар командаһы тренеры булып эшләгән. Хатта ниндәйҙер ҡаҙаныштары өсөн Иглин районы хакимиәте уға төҙөлөшкә тип 14 сутый ер биргән. Бына һиңә тренер! Наркополицияның матбуғат белгесе Роман Покотило хәбәр итеүенсә, наркоенәйәтселәргә 20 йылға тиклем төрмә янай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға