«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тәрилкәләрегеҙҙе ҡарағыҙ!



15.10.2010 Тәрилкәләрегеҙҙе ҡарағыҙ!

Беҙҙең күптәребеҙгә ашхана-кафеларҙа тамаҡ ялғарға тура килә. Ресторан тиклеменә әллә ни йыш инеп тә булмай. Шулай ҙа йәмәғәт туҡланыуы урындарында һаҡ булырға кәрәк. Анна, Кремль тәрилкәләре тирәләй шау-шыу ҡупты лабаһа. Эш шунда: Тверь губернаторы Дмитрий Зеленин Кремлдәге рәсми аш ваҡытында һыйыр итенән салат ашап ултырғанда саҡ ямғыр селәүсенен йотоп ебәрмәгән. Был турала чиновник үҙенең микроблогында хәбәр иткән, аҙыҡ ҡалдығы менән «ҡунаҡ»тың фотоһын да ҡуйған, ти. Дөрөҫ, блогтан яҙма шундуҡ алынған, әмме бер тиклем таралып өлгөргән булған инде. Хәҙер РФ Президентының идарасыһы, федераль һаҡ хеҙмәте тикшеренеүҙәр алып бара. Әгәр хәбәр дөрөҫ булмаһа, Зеленин үҙенә үпкәләһен. Кремль тиклем Кремль ашханаһына селәүсен нисек юл тапҡандыр, беҙгә ҡараңғы, шулай ҙа был хәбәр таралған. Иптәштәр, селәүҙән һаҡ булығыҙ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға