«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфө ҡалаһына - 1500 йыл!



11.10.2010 Өфө ҡалаһына - 1500 йыл!

Бөгөн Президент Рөстәм Хәмитов билдәле археолог Нияз Мәжитовтың ҡулы аҫтында барған ҡаҙыу эштәре менән танышты. Рөстәм Зәкиевич ҡаҙыу эштәре алып барылған ер ҡатламдарын ҡараны, шул урында табылған 1500 йыл элек ҡойолған алтын биҙәүестәр менән ҡыҙыҡһынды. Был осрашыуҙың аҙағында президент Өфөнөң 1500 йыл тарихы ысынлапта дөрөҫ булһа, 400 йыл тигән һүҙҙе бөтөнләй дөрөҫ булмауын, һәм был теманы өр-яңынан тикшерергә кәрәк тигән фекерҙе әйтте. Ысынлап та, тарихҡа күҙ һалмайынса беҙ тик зыян эшләйбеҙ. Өйҙәр төҙөлөр, биналар һалыныр, ә тарихи, археологик әйберҙәр яңынан барлыҡҡа килмәҫ!

Әйткәндәй, президент әйтеүенсә, 2011 йылда был урында музей эшләү мөмкинлеге буласаҡ, һәм бының өсөн ресублика аҡса бүләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға