«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡоролтайҙа – яңы етәксе



08.10.2010 Ҡоролтайҙа – яңы етәксе

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының сираттағы ултырышында яңы рәйес һайлаумәсьәләһе ҡаралды. Башҡарма комитет быға тиклемге рәйес Азамат Ғәлинға ике тапҡыр ышаныс күрһәтеп, рәйес итеп һайлағайны – тәүҙә 2009 йылдың декабрендә, аҙаҡ быйыл йәй Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында. Был юлы күпселек тауыш менән Азамат Зәки улы рәйеслектән бушатылды. Ошо уҡ ултырышта яңы башлыҡ һайланды. Ул - БР Фәндәр академияһының гуманитар тикшеренеүҙәр институты директоры, социологик фәндәр кандидаты Илгиз Солтанморатов.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға