«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөтә Башҡортостан татарҙары, берләшәйек!



08.10.2010 Бөтә Башҡортостан татарҙары, берләшәйек!

Башҡортостанда йәшәүсе татар ҡәрҙәштәрҙең йәмәғәт ойошмалары берләшеү маҡсаты менән яна. Был турала «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында БР татарҙарының Милли-мәҙәни төбәк автономияһы рәйесе Бигнов әфәнде хәбәр итте.
- Татар йәмәғәт ойошмалары ҡаҙандан күрһәтмәләр ала, тигән хәбәр дөрөҫ түгел ул, - тине Рәмил Бигнов. – Беҙ хатта ҡаҙанға үпкәләйбеҙ ҙә, сөнки унда беҙҙең проблемалар менән ҡыҙыҡһынмайҙар ҙа.
Башҡортостан татар йәмәғәт ойошмалары менән Бөтә донъя татар конгрессы араһы ла ҡатмарлы икән.
- Беҙ бер ваҡытта ла марионетка булманыҡ, - тип билдәләне М. Аҡмулла исмендәге БДПУ ректоры, «Ватаным» ойошмаһының төбәк бүлексәһе рәйесе Рәил Әсәҙуллин.
Уларҙың тел төбөнән аңлашылыуынса, элекке власть йәмәғәт ойошмаларына «йәшел ут» яҡтыртһа ла, ғәмәлдә хәл икенсерәк булған, имеш. Үҫеш булмаған, шарттар тыуҙырылмаған, татар ойошмалары үҙҙәре лә бер ни тиклем тарҡау булған. Бөгөн Башҡортостан татарҙары мотлаҡ берләшергә тейеш, был башҡа милли ойошмаларға ла өлгө буласаҡ. Бының өсөн ҡәрҙәштәргә милли-мәҙәни үҙәк кәрәк. Ул, бәлки, «Нур» татар театры базаһында төҙөлөр, бәлки, »РТИ» мәҙәниәт йортонда, тигән ниәттә үрҙәге йәмәғәт эшмәкәрҙәре. Улар билдәләүенсә, бөтә «эшмәкәрлеккә», урыҫтар әйтмешләй, «перезагрузка» кәрәк.
«…Яҙылған биттәрҙе ябып, өр-яңынан асыу талап ителә…» тигән фекерҙә Рәмил Бигнов. ҡыҙғаныс, әммә тарихты нисек теләһәк тә яңынан яҙа алмайбыҙ. Әлбиттә, башҡорттар иптәш Бигновтың кем икәнен дә яҡшы белә. Ә татар йәмәғәт ойошмаларының берләшеүенә «Афарин»дан башҡа ни әйтәһең!?







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға