«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Инновацион технологияларға - йәшел урам



08.10.2010 Инновацион технологияларға - йәшел урам

Рөстәм Хәмитовтың Стәрлетамаҡ педакадемияһында йәш ғалимдар менән осрашып, йәштәрҙең «Селигер» инновацион технологиялар форумын үҙебеҙҙә, Башҡортостанда, Нөгөш, ҡандыра күле, Талҡаҫ күле буйында, үтҡәреү мөмкинлеге тураһында белдереүе, бының өсөн мотлаҡ финанс ярҙам ҡараласағы хаҡында һүҙ алып барыуы, ниһайәт, республикала йәштәрҙең ғилми һәм ижади потенциалын үҫтереүгә йөҙ менән бороласаҡтарын, яңы асыштарға инвестициялар йәлеп ителәсәген, һөҙөмтәлә аҡыллы баштарҙың сит илгә сығып китеүҙәрен кәметәсәген дәлилләй кеүек тойолдо. Һәр хәлдә тиҙҙән үҙ геройҙарыбыҙҙы йөҙгә беләсәкбеҙ. Инновацияларҙы үҫтереүсе фондҡа, Президент әйткәнсә, 100-әр миллион һумдар бүленһә, республикала фәнни майҙансыҡтар, Алла бирһә. гөрләп сәскә атасаҡ бит! Бирһен Хоҙай!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға