«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Салауат һәйкәле майҙанында сираттағы митинг



07.10.2010 Салауат һәйкәле майҙанында сираттағы митинг

11 октябрҙә Башҡортостан Республикаһының үҙаллылығы тураһында декларация ҡабул итеүгә 20 йыл тула, ошо уңайҙан милли батырыбыҙ һәйкәле янындағы майҙанда митинг үтә. Йәмәғәт ойошмалары сараға республика район-ҡалаларынан да вәкилдәр саҡырған, шулай уҡ студенттар, милли интеллигенция ҡатнашырға теләк белдергән. Ойоштороусылар әйтеүенсе, митингыға меңдән ашыу кеше килеүе көтөлә. 15.00 сәғәттә башлана.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға