«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Шамонинола йәшәүсе кыҙҙар - һаҡ булығыҙ!



26.09.2010 Шамонинола йәшәүсе кыҙҙар - һаҡ булығыҙ!

Оҙаҡ уйланым, яҙырғамы, юҡмы тип, һәм яҙырға булдым...
Ошо ауылда йәшәүсе йәш ҡатын һөйләүе буйынса:Өфө-Шамонино автобусынан килеп төштөмдә туҡталыштан йәйәүләп ауылдын икенсе осона атлап киттем. 50-60 метр үтеүгә, арттан ҡайҙандыр еңел машина ҡыуып етте, эсендә ике-өс йәш егет ултырған. Минең тәңгәлгә килеп етеү менән ишек асылып китте һәм теге егеттәрҙең береһе минә русса өндәште: "Садитесь, подвезем". Мин яуап бирҙем: Да нет, спасибо, пешком дойду. Мне не далеко". Теге миңә грубо итеп: "Я же сказал садись!" тип үкереп ебәрҙе! Мин ҡапыл аптырауымдан нимә әйтергә белмәнем - "Что вы кричите! Не сяду я к вам! Сейчас ко мне муж приедет" тип кенә әйтә алдым... Бәхетемә, юл буйлап был машинаны икенсе машина ҡыуып етте - быныһы инде административ хеҙмәткәр М.-ның машинаһы булды. Ул да ишеткән булған тегеләрҙең минә екеренгәнен, һәм яй ғына яныма килеп туктаны, ултыртып алды һәм өйгә тиклем алып барып ҡалдырып китте. Көлөшөп алдыҡ - "ҡалай йәш егеттәр уҫал!" Ләкин был егеттәрҙең былай ҡыланыуы миңә ауыр тәҫьир итте, ярай мин булдым, әгәр ҙә йәш 16-17 йәшлек ҡыҙҙар булһа тип уйланым, күрше тирәләрҙе иҫкәрттем...
Шул ваҡиғанан 3-4 көн үткәс 16 йәшлек ҡыҙҙың һөйләүе буйынса:
Шамонионың туҡталышына килеп автобустан төшкәс, автобустан бергә төшкән ниндәйҙер йәш ҡыҙ янында торам - йорт эшләүсе А. ағай машинаһы менән мине ҡаршыларға тейеш ине. ҡапыл алыҫ түгел юл ситендә ултырған еңел машина боролоп минең яңға килеп туҡтаны. Ишек асылды һәм бер егет "Девушка, двайте подвезем" тип һүҙ башланы. "Нет!" тип яуап ҡайтарҙым. "Я тебе что сказал - ну-ка села быстро!" - теге ултырған еренән яыныраҡ шылып миңә һонолдо. Минең ҡотом осто! Әсәйемдең, шундай хәл була ҡалһа шунда уҡ "Штаб"ҡа йүгер, унда ололар бар, ярҙам итерҙәр тигәнен иҫләп йән көсөмә шунда ынтылдым! Үҙем дерелдәйем! Йән-фарман йүгереп барып еттем дә артыма әйләндем: тегеләр ҡуҙғалып киттеләр, кабат боролоп теге минен янда торған ҡыҙ янына барып туҡтанылар. Бер нисә һүҙ әйттеләр, шунан ҡапыл теге ҡыҙҙың сәсенән тотоп тартып машинаға һөйрәп индерҙеләр һәм машина ҡуҙғалып та китте! Мин ҡурҡышымдан телефонға тотондом, әммә әсәйемә шылтыратып өлгөрмәнем, мине ҡаршыларға тейеш машина килеп туҡтаны...

Шамонино ауылында йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙар! Был ауылда йәшәүсе кешеләр әҙ булғанлыҡтан, бер-береһен белмәгәнлектән, сит ҡала-ауылдарҙан, хатта республикаларҙан килеп эшләүселәр күп булғанлыҡтандыр инде тәртип яғы аҡһай. Бер үҙегеҙ йөрөмәҫкә тырышығыҙ! Абай булығыҙ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға