«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Беҙҙә эшһеҙлек кимәле түбәнме?



21.09.2010 Беҙҙә эшһеҙлек кимәле түбәнме?

БР Хөкүмәтенең «2007-2010 йылдара халытың йәшәйеш кимәлен күтәреү программаһын бойомға ашырыу» темаһына ултырышта Вице-премьер Ф.Ямалтдиновтың, иҡтисад министры Балабановтың сығыштары, һәр ваҡыттағыса, ҡоро отчетҡа ғына ҡоролдо, йәғни теге йәки был күрһәткестәр буйынса проект нисә процентҡа тормошҡа ашырылған. Һәм һәр ваҡыттағыса, беҙҙә бөтә нәмә лә ал да гөл. Эш хаҡы кимәле лә нормаль, эшһеҙлек тә артыҡ ҙур түгел һәм башҡалар. Хөкүмәт башлығын был ҡыҙҙырып ебәрҙе: 50 проценттан да түбәнерәк күрһәткестерҙе нормаль тип әйтеп буламы һуң? Хәлде төҙәтеү өсөн ниндәй тәҡдимдәр бар һуң?
Ысынлап та, беҙгә бына ниндәй эш рәүеше етмәй: тәнҡитләй беләбеҙ, ә бындай хәлдән сығыу юлын белмәйбеҙ ҙә, күрмәйбеҙ ҙә.
әйткәндәй, ошондай ултырыштарҙа журналистарҙың да бер аҙ күҙе асылып ҡала. Мәҫәлән, район-ҡалаларҙың хеҙмәт биржаларында эшһеҙҙәр иҫәпкә тора ә тормағандары байтаҡ. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки ҡуймайҙар. Йәнәһе, урын юҡ. Ни өсөн урын юҡлығын төшөнә алмай инеем, хәҙер килеп аңланым: баҡһаң, урындағы «хан»дар – район башлыҡтарының күрһәтмәләре шундай: эшһеҙ кеше «юҡ» икән, тимәк, проблема ла юҡ. Ә республика етәкселегенән шундайыраҡ талап булған икән: район башлыҡтарының уңышлы эш күрһәткесенең бер критерийы булып эшһеҙлек күрһәткесе иҫәпләнә икән.
Шунлыҡтан, әгәр ҙә берәй районда йәки ҡалала һеҙҙе эшһеҙҙәр иҫәбенә ҡуймаһалар, тимәк, район башлығының күрһәтмәһе шундай!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға