«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Округ Галле



14.09.2010 Округ Галле

Уфаның Галле округы урамындағы тротуарҙарҙың бынан бер-ике ай элек әҙәм ҡараһығыҙ хәлдә булыуы күңелде генә түгел, ә туфлиҙарҙың да табанын ҡыра ине. Ниһайәт, ур-р-ра, улар көҙгө кеүек ялтырап ята: атлауы ла рәхәт, күңелле, аяҡ кейеме лә туҙмай. Баш ҡалабыҙҙың бөтә урамдарында ла шундай уҡ тротуарҙар барлыҡҡа килһә ине. Юғиһә, ҡыҙыл линия тирәләй генә именлек һәм төҙөклөк, ә эскәрәк инә башлаһаң – ужас…
Күҙ буяр өсөн генә төҙөкләндерелмәһен ине тирә-яғыбыҙ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға