«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яза - 14 йылдан



06.09.2010 Яза - 14 йылдан

Баш ҡаланың «Джет» төнгө клубы янында наркотик матдәле тәмәке ҡатнашмаһы таратып йөрөгән ҡатынды ҡулға алалар. Ошоноң буйынса енәйәт эше асылып, 27 йәшлек «һатыусы»ға суд өс йыл да өс айға иркенән мәхрүм итеү тураһында хөкөм ҡарары сығара. Тик ҡатынға язаны үтәү кисектерелеп торасаҡ, сөнки ул бала көтә икән. Бары тик балаһына 14 йәш тулғас ҡына рәшәткә артына китәсәк. Буласаҡ әсә йөклө көйө нисек шундай сауҙа юлына баҫты икән? Хатаһын аңларлыҡ кешеме икән? Был донъя ҡайҙа тәгәрәй?..







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға