«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы ҡоҙаламаҡсы



02.11.2019 "Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы ҡоҙаламаҡсы

“Зенит” футбол клубы етәкселеге “Локомотив”та уйнап йөрөгән ағалы-ҡустылы Миранчуктарға ҡыҙыҡһыныуын белдереп, уларҙы үҙенә йәлеп итмәксе.
Улар Алексей менән Антон Миранчуктарҙың икеһенә 33 миллион евроһын сығарып һалыға әҙер. Әгәр эштәре бешһә, футболсылар ҡышҡы трансфер окноһында күсеүе ихтимал.
24 йәшлек уйынсылар “Локомотив” футбол академияһы тәрбиәләнеүселәре булып һанала. Икеһе лә Рәсәй йыйылма командаһы составында уйнай. Алексей төп команда өсөн 23 осрашыу уҙғарып, дүрт гол индерһә, Антон иһә 11 уйында бер тапҡыр уңышҡа өлгәшә.



Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға