«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды



02.11.2019 “Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

“Өфө” футболсылары уҙған турҙа чемпионат дебютанты – “Тамбов” командаһына 3:0 иҫәбенә отолоп, сикәһенә алғандан һуң, бөгөн үҙ майҙанында беренселек лидерҙарының береһе “Локомотив” менән 1:1 иҫәбенә уйнаны.
Беренсе булып иҫәпте ҡунаҡтар асаһа ла, хужалар иҫәпте тигеҙләп еңелеүҙән ҡотола. Евсеев тәрбиәләнеүселәре 17 мәрәйе менән өс баҫҡысҡа үрләп, әлегә турнир таблицаһының һигеҙенсе урынына күтәрелеп торҙо.
“Тамбов” тигәндән, улар был юлы ла өс мәрәйле булды. Ҡунаҡта “Сочи” клубын 2:1 иҫәбенә еңеп, һуңғы урындан 14-cе баҫҡысҡа күтәрелде.
Киләһе турҙа “Өфө” футболсылары Ырымбурҙа урындағы команда менән уйнаясаҡ.



Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға