«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды



02.11.2019 Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Японияла бер ай буйына барған регби буйынса донъя чемпионаты тамамланды.
Төп приз өсөн Көньяҡ Африка командаһы менән Бөйөк Британия регбисылары көс һынашты һәм тәүгеһе дәғүәсеһен 32:12 иҫәбенә отоп, донъя чемпионы исемен яуланы. Африка спортсылары был уңышҡа үҙ тарихында өсөнсөгә өлгәште. Быға тиклем улар 1995 һәм 2007 йылда чемпион булғайны. Ә инде Британия командаһы 2003 йылдағы уңышын ҡабатлай алманы. Хәҙер улар өс тапҡыр көмөш миҙал призеры булып һанала.
Өсөнсө урынға Яңы Зеландия регбисылары сыҡты. Улар өсөнсө урын өсөн Уэльс командаһын 40:17 иҫәбенә алдырҙы. Яңы Зеландия спортсылары быға тиклем ике беренселек рәттән алдынғылыҡты бирмәгәйне.
Беренселектә Рәсәй йыйылма командаһы ла ҡатнашты. Тик улар төркөм осрашыуҙарында дүрт тапҡыр еңелеп, бәйгенән төшөп ҡалды.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға