«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Лайыҡлы алмаш үҫеп килә



01.11.2019 Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

Рәсәйҙең 17 йәшкә тиклемге үҫмер йыйылма командаһы футболсылары Европа чемпионатының элиталы квалификацион төркөмөнә сыҡты.
Улар беренсе һайлап алыу төркөм уйынында Швейцария футболсыларын 2:1 иҫәбенә отоп, ошо уңышҡа өлгәште. Ә бит башта улар Румыния командаһына 0:1 иҫәбенә еңелеп, күптәрҙе һағайтҡайны. Хәҙер уларға финал бәйгеһенә сығыр өсөн күпкә көслөрәк командалар менән уйнарға тура киләсәк.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға