«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты



01.11.2019 Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

КХЛ чемпионатының сираттағы турында “Салауат Юлаев” хоккейсылары “Динамо” (Мәскәү) командаһы менән уйнап, йәнә юғалтыу кисерҙе.
Был юлы Цулыгиндың тәрбиәләнеүселәре Көнбайыш конференцияһы лидерҙарының береһенә 4:1 иҫәбенә отолдо. Хужалар ике осор буйына өҫтөнлөк итеп, Метсоланың ҡапҡаһына дүрт тапҡыр ҡыҙыл ут “төрттө”. Өфөләр тик һуңғы осорҙа ғына тегеләрҙең ҡапҡаһын “сылатты”.
“Динамо” уйынсылары 24 уйындан һуң 31 мәрәй яулап, Көнбайышта икенсе булһа, юлаевсылар шул уҡ уйын уҙғарып, Көнсығыш конференцияһында бишенсе.
Киләһе осрашыуын “Салауат Юлаев” клубы, 3 ноябрҙә үҙендә “Динамо” (Минск) командаһы менән уҙғарасаҡ.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға