«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?



31.10.2019 Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

РФ Дәүләт Думаһы ултырышында GROUP-IB компанияһының үҫеш буйынса директоры Дмитрий Буянов, наркотиктар өсөн сеймал етештереүсе төп ил - Ҡытай, тип сығыш яһаған.


"Гидра", "Рамп" тип аталған наркотик тәҡдим итеүсе интернет-ресурстарҙы ҡытайҙар тултыра. Уларҙың эшмәкәрлеге тәрән тамыр йәйгән. Беҙҙең йәштәрҙе ағыулаусы матдәләр тап ошо илдән килтерелә", - ти Дмитрий Буянов.

Лента.ру сайтында "Рәсәй наркотиктар аҫтында" тип аталған махсус проект авторҙары белдереүенсә, "ҡара интернет"та (даркнет) наркотиктар һатыу һәм һатып алыу буйынса махсус сайт бар. Унда 800 (!) мең кеше теркәлгән.

Был сайт аша көн һайын 13-14 мең (!) серле урын билдәләнеп, унда наркотиктар һалып китәләр. Тауар әйләнеше көнөнә 277 миллион һум тәшкил итә.

Тик был сайттар хоҡуҡ һаҡлау органдарын, депутаттарҙы ниндәйҙер сәбәп арҡаһында ҡыҙыҡһындырмай, тигән Буянов.



Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Вк.



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға