«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы



31.10.2019 Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Биатлон буйынса Олимпия уйындары чемпионы, билдәле Антон Шипулин ҙур спорттан киткәс, Свердловск өлкәһенән депутат булып, ярты эш хаҡын Серов ҡалаһының ветерандар ойошмаһына күсереүен белдәрҙе.
«Мин Серов ҡалаһы округының ветерандар союзы менән килешеү төҙөп, уларға эш хаҡымдың яртыһын күсерәсәкмен. Улар уны үҙҙәренең ҡарамағына ҡарап, киләсәктә тотонасаҡ. Нийәтемдең төп мәғәнәһе: өлкән быуын кешеләргә ярҙам итеү. Сөнки улар беҙҙе үҫтерҙе, белем бирҙе, илебеҙгә һөйөү уятып, киләсәккә ышаныс бирҙе. Беҙ уларға рәхмәтле булырға тейешбеҙ һәм киләсәк быуынды ошо юҫыҡта үҫтерергә тейешбеҙ», - тине күптәрҙең һөйөүен яулаған спортсы.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға