«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хәйер аҡсаларына араҡы һәм тәмәке алған



30.10.2019 Хәйер аҡсаларына араҡы һәм тәмәке алған



Балтас районының Уразай ауылының имамы полицияға 7 мең һум күләмендә иман йортонда йыйылған хәйер аҡсаларының юғалыуы тураһында хәбәр итә. Тәртип һәм хоҡуҡ һаҡсылары бурҙың эҙенә тиҙ төшә. Уғры 18 йәшлек егет булып сыға. Ул үҙ ғәйебен таный. Аҡсаларҙың яртыһына араҡы, һыра, тәмәке алып, дуҫтарын һыйлауын әйтә. Егет ошоға тиклем лә почтанан, кибеттән әйбер урлап тотолған булған.
Хоҙайҙан ҡурҡмаған, ауыл халҡының бәддоғаһын алған оятһыҙ бәндәгә ни әйтәһең инде?





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға