«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мөхәббәт шаяртмай йәки ғашиҡ пенсионер 2 миллион һумаҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан



30.10.2019 Мөхәббәт шаяртмай йәки ғашиҡ пенсионер 2 миллион һумаҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан

Бер пенсионер ҡатын мутлашыусы ирҙең иҫәбенә 2 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән. Тишек шоманға ултырған ханым интернет аша танышҡан бер иргә ныҡ ғашиҡ була, уға кейәүгә сығырға йыйына. Социаль селтәрҙә танышыу интернет-мөхәббәткә әйләнә. Теге ир ҡатындың бер ҡатлығынан файҙаланып, уның эргәһенә күсеп ҡайтырға йыйыныуы хаҡында белдерә. Тик Рәсәйгә таможня хеҙмәткәрҙәре сығармай, бының өсөн аҡса кәрәк, ти. Аҡсаны алғас та, бәйләнеш юғала.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға