«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Беренсе балаһы тыуғандар 300 мең һумды ҡасан алыр?



29.10.2019 Беренсе балаһы тыуғандар 300 мең һумды ҡасан алыр?

Башҡортостанда «Беренсе бала тыуған өсөн 300 мең һум» программаһы тамамлана. Билдәле булыуынса, был аҡсаларҙы 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем сабыйҙары тыуған һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ғаиләләр алыуға хоҡуҡлы ине . Сертификатты ипотеканы ҡаплауға, фатир һатып алыуға, йорт төҙөүгә тотонорға рөхсәт иттеләр.
Был программала торорға дәғүә итеүселәр күп булып сыҡты. Бюджетта аҡса булмау сәбәпле, ул барыһына ла ваҡытында тапшырылманы.
2018 йылдың 3 сентябренә тиклем сиратта торғандарға түләргә 200 млн һум аҡса кәрәк. Улар ноябрҙә аласаҡ. Әле был ғаиләләр документтарын яңырта. Район хакимиәтенең торлаҡ бүлеү һәм уның иҫәбен алып барыу бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
2018 йылдың 3 сентябренән һуң иҫәптә торғандарға (1880 ғаилә) 564 һум аҡса талап ителә . Был аҡсаларҙы киләһе йылдың бюджетынанан алыу ҡаралған. Сертификаттар БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары республика ҡаҙнаһын раҫлағас ҡына, киләһе йыл башынан тапшырыла башлаясаҡ.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға