«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Йәшлек" яңы алымдарға күсә!



03.09.2010 "Йәшлек" яңы алымдарға күсә!

15 сентябрь көнө "Йәшлек" гәзите мәғәриф министры Зиннәт Аллаяров менән тура бәйләнеш үткәрмәксе. Был тура эфирҙа телефон аша бәйләнеш менән бер рәттән заман технологияһын ҡулланып гәзит уҡыусылары менән Башҡорт чаты аша һәм скайп аша конференция формаһында бәйләнеш булдырыласаҡ. Бынан башҡа, тура бәйләнеш барышы веб-камера аша Интернет селтәрендә трансляциясаҡ.
Һорауҙарығыҙҙы, тәҡдимдәрегеҙҙе ошо яңылыҡтың аҫтына комментарий рәүешендә ҡалдырырға мөмкин!

Беҙҙең менән ҡалығыҙ, дуҫтар!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға