«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡыҙҙарға нисек хәрби булырға?



28.10.2019 Ҡыҙҙарға нисек хәрби булырға?


Хәрби хеҙмәттә ирҙәр генә түгел, ҡатын - ҡыҙҙар ҙа хеҙмәт итә. Тик хәрби булыр өсөн һаулығыңдың яҡшы булыуы шарт.
Әгәр ҙә РФ Оборона министрлығы ҡарамағындағы уҡыу йорттарына инергә теләгегеҙ бар икән, иң тәүҙә йәшәгән урынығыҙ буйынса хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Унда һеҙгә ниндәй документтар кәрәклеген, ҡайһы уҡыу йорттары ниндәй һөнәрҙәр буйынса ҡабул итеүен әйтерҙәр, медицина комиссияһы үтергә ҡушырҙар. Ғаризалар 20 апрелгә тиклем генә ҡабул ителә. Медицина комиссияһын ғинуарҙа уҡ үтеп ҡуйыу мотлаҡ. Ҡыҙҙарҙы Санкт- Петербургтағы С. Бурденко исемендәге Хәрби элемтә академияһына, ошо уҡ ҡалалағы А. Можайский исемендәге Хәрби- йыһан академияһына, С. Киров исемендәге Хәрби- медицина академияһына, Рязань ҡалаһындағы В.Маргелов исемендәге һауа- десант команда училищеһына, Балашихалағы Петр Беренсе исемендәге Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре академияһына уҡырға алалар.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға