«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Юл фажиғәләре - 26 октябрь



27.10.2019 Юл фажиғәләре - 26 октябрь

26 октябрҙә республикабыҙ юлдарында 21 авария теркәлгән. Ике кеше һәләк булған, 26 кеше травмалар алған.

Төнгә ҡарай Благовещен районында 29 йәшлек ир ВАЗ-2112 машинаһында кюветҡа осоп төшкән. Водитель алған йәрәхәттәрҙән йән биргән. Тура, таҙа юлда нишләп ситкә осҡанын асыҡлау бара.

Ошо уҡ ваҡытта Шишмә районында "Volvo" йөк машинаһы менән идара иткән 54 йәшлек Пенза водители 37 йәшлек Өфө кешеһен тапатҡан.

Ирҙе дауаханаға килтергәндә ул тере булған, әммә бер аҙҙан йөрәге тибеүҙән туҡтаған.

Водителдең әйтеүенсә, ир юл уртаһында торған, кейемендә яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтар булмаған.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға