«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һауа торошо



26.10.2019 Һауа торошо

Иртәгә республиканың төньяҡ райондарында ямғырҙар көтөлә.

Көслө ел һуңғы япраҡтарҙы өҙөп ырғытасаҡ.

Дүшәмбенән, 28 октябрҙән, көндәр һалҡынайтасаҡ, күп райондарҙа көҙгө илаҡ ямғырҙар башланасаҡ. Ҡарлы ямғырҙар булыуы ла ихтимал.

Шаршамбы ҡар күҙе төшәсәк. Юлдарҙы боҙлауыҡ ҡаплап, сымдарға, ағастарға бәҫ ҡунасаҡ.

Әле һауа температураһы 8-13 градус булһа, киләһе аҙна уртаһына температура көндөҙ +2 – +3 градусҡа тиклем кәмейәсәк, төндә - -1 – -6 градус буласаҡ.

Синоптиктар, ноябрь айы нормаға ярашлы булыр, ти (бәлки саҡ ҡына ғәҙәттәгенән йылыраҡтыр): республикала һауа температураһы уртаса -4 – -7 градус буласаҡ.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Автор.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға