«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һөйөнсө! РФ финанс министры бюджетниктарға эш хаҡы артасаҡ тип вәғәҙәләне!



23.10.2019 Һөйөнсө! РФ финанс министры бюджетниктарға эш хаҡы артасаҡ тип вәғәҙәләне!

Рәсәйҙең финанс министры Антон Силуанов 2020 йылда бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы — 5,4 процентҡа, ә инфляция өстән алып дүрт процентҡа тиклем артасағын белдерҙе.

РИА-Новости хәбәр итеүенсә, беренсе вице-премьерҙың һүҙҙәре буйынса «бюджет инфляция һалымы эш хаҡын, пенсияны, һаҡлыҡҡа йыйған аҡсаны ашамаҫлыҡ итеп төҙөлгән».

Рәсәйҙең Финанс министрлығы башлығы Беренсе канал эфирында һуңғы алты йылда бюджет өлкәһендә хеҙмәт хаҡының һиҙерлек артыуын да билдәләне.

Бюджет проекты 23 октябрҙә беренсе уҡыуҙа ҡараласаҡ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: pixabay.com
Источник: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға