«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсәй футболсыларынан дәғүә итеүсе лә юҡ...



22.10.2019 Рәсәй футболсыларынан дәғүә итеүсе лә юҡ...

Францияның France Football журналы йыл да донъяның иң яҡшы футболсыларына бирелә торған «Алтын туп» призына дәғүә иткән 30 уйынсының исемлеген теркәне.
Улар араһында призды бишәр тапҡыр яулаған билдәле Криштиану Роналду менән Лионель Месси ҙа бар. Шулай уҡ Садио Мане («Ливерпуль»), Фрэнки де Йонг («Аякс»), Уго Льорис («Тоттенхэм»), Серхио Агуэро («Манчестер Сити»), Душан Тадич («Аякс»), Килиан Мбаппе (ПСЖ), Трент Александер-Арнольд, («Ливерпуль»), Донни ван де Бек («Аякс»), Пьер-Эмерик Обамеянг («Арсенал»), Марк-Андре тер Штеген («Барселона»), Алиссон («Ливерпуль), Маттейс де Лигт («Ювентус»), Карим Бензема («Реал» Мадрид), Джорджиньо Вейналдум (Нидерланд), Бернарду Силва («Манчестер Сити»), Сон Хын Мин («Тоттенхэм»), Роберт Левандовски («Бавария»), Роберто Фирмино («Ливерпуль»), Мохаммед Салах («Ливерпуль»), Эден Азар («Реал» Мадрид), Рахим Стерлинг («Манчестер Сити») и Жуау Фелиш («Атлетико»), Рияд Марез («Манчестер Сити»), Кевин де Брюйне («Манчестер Сити»), Калиду Кулибали («Наполи») һәм Антуан Гризманн («Барселона») бар.
Призды 1956 йылда булдыралар. Роналду менән Мессиҙан башҡа тағы өс уйынсы «Алтын туп»ҡа өсәр тапҡыр эйә була. Данлыҡлы француз, Мишель Платини һәм ике Голландия футболсыһы Йохан Кройф менән Марко ван Бастен.
Әлегә Рәсәй уйынсыларынан ул баһаға берәү ҙә лайыҡланғаны юҡ. Ә бына СССР заманында данлыҡлы ҡапҡа һаҡсыһы Лев Яшин (1963 йыл), Олег Блохин (1975 йыл) һәм Игорь Беланов (1986 йыл) призды яулай.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға