«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ташландыҡ машиналарҙы, суд ҡарары булмаһа ла, алып китәсәктәр



21.10.2019 Ташландыҡ машиналарҙы, суд ҡарары булмаһа ла, алып китәсәктәр

Радий Хәбиров автоҡыйға ҡаршы көрәште көсәйтергә ҡушты. Ихаталарҙы биләп ултырған хужаһыҙ машиналарҙы эвакуациялау буйынса саралар ҡаралды. Тиҙҙән улар ҡар таҙартыу эштәрендә лә ҡамасаулаясаҡ.


Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Борис Беляев әйтеүенсә, иң күп ташландыҡ машиналар – Өфөлә (452), икенсе урында Күмертау (35), ә Шишмәлә барлығы 20 транспорт хужаһыҙ тип иҫәпләнә. Муниципалитеттар махсус туҡталҡаға машиналарҙы илтергә ашыҡмай, тигәнгә, Радий Хәбиров автомобилдәрҙе бер ниндәй документһыҙ илтергә ҡушты:

- Бер ниндәй суд ҡарарын көтөргә кәрәкмәй. Һеҙ яңылыш юлдан киткәнһегеҙ. Машина хаҡында иғлан яҙырға, уны алырға ваҡыт бирергә кәрәк. Ваҡытында талапты үтәмәйҙәр икән, һөйрәтеп алырға ла китергә. Беҙ бер ниндәй ҙә хоҡуҡ боҙмайбыҙ. Ә транспорт боҙа – санитар-гигиенаға нормаларына, антитеррорлыҡҡа ҡаршы килә, балалар ҙа эсенә инеп бикләнә.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға