«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Самолет Өфөгә төшөргә мәжбүр булған



21.10.2019 Самолет Өфөгә төшөргә мәжбүр булған

Көҙгө һауа торошон аңлап булмай: ҡар ятҡансы көн әллә нисә сүрәткә инә. Бер көн ҡойоп ямғыр яуып торһа, икенсе көнөнә ҡар яуып, туңдырып ебәреүе лә ихтимал.
Екатеринбургта ла бөгөн боҙло ямғыр яуған. Аэропорттарында күп рейстар тотҡарланған. Стамбул – Кольцово ( Екатеринбург) йүнәлешендә осҡан «Төркиә һауа юлдары» авиакомпанияһы самолеты, тәғәйен урынына барып етмәй, Өфө аэропортына төшөргә мәжбүр булған.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға