«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?" Яуап Санкт-Петербург ҡалаһында табылыр!



21.10.2019 "Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?" Яуап Санкт-Петербург ҡалаһында табылыр!

Академдар йәнә юлға сыға!


Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы 15-16 октябрҙә генә Казахстандың Алматы ҡалаһында гастролдәр менән булғайны. Бер төркөм артистар тағы ла юлға әҙерләнә: 26 октябрҙә Санкт-Петербург ҡалаһында Флорид Бүләковтың "Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?" спектакле (режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев) күрһәтелә. Ленсовет исемендәге дәүләт академия театрының Бәләкәй сәхнәһендә үтәсәк тамашаға рәхим итегеҙ, яҡташтар!





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: театр сайты


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға