«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кипкән үләнде, сүп-сарҙы үртәмәгеҙ!



21.10.2019 Кипкән үләнде, сүп-сарҙы үртәмәгеҙ!

Яҙ һәм көҙ миҙгелдәре башланһа республика ҡала-ауылдары төтөнгә сорнала. Кешеләр йорттары янын, баҡсаларын таҙарта, сүп-сарҙы, япраҡтарҙы, кипкән һабаҡтарҙы бер урынға өйөп, ут төртә. Өйҙәр, урамдар төтөнгә мансыла, бар ерҙә һаҫыҡ еҫ...

Ошо көндәрҙә генә "Бәйләнештә" селтәрендәге Баймаҡ ҡалаһының, Бөрйән районының "Подслушано ..." төркөмдәрендә ошондай хәбәрҙәр ҡуйған инеләр:
- "Кешеләр, һеҙ ҡый үртәп ҡаҡшаттығыҙ! Төнгә ҡарай башлана, йыл да шулай яҙлы-көҙлө төтөн еҫкәйбеҙ"... Кемдер "еҫкәмә" тип үсәй, бәғзеләре пост авторын ҡеүәтләй.

Кипкән үләнде, баҫыу ҡамылын үртәп ерҙе ашлайбыҙ тиҙәр. Был улай түгел. Ут менән бергә үҫемлектәрҙең орлоҡтары, тамырҙары яна, бөжәктәрҙең ҡурсаҡтары-йомортҡалары ла һәләк була. Ялҡын кәртә-ҡураға, йорттарға, машиналарға ла тоҡана. Һөҙөмтәлә бер тинлек ҡуян өс тинлек зыянға - оло янғынға, матди зыянға әйләнә.

Ҡоро үләнде, баҡса ҡалдыҡтарын үртәүселәрҙе административ язаға таттырыу ҡаралған. Граждандарға ул ике мең һумдан өс меңгәсә; вазифалы шәхестәргә - 6-15 мең һум, юридик шәхестәргә - 150-200 мең һумға барып етә.

Ауыл-ҡалалар, баҡсалар эсендә һәм янында үлән янып китеү осраҡтары тураһында "01" телефоны, кәрәҙле телефондан "112" номерҙары буйынса шылтыратығыҙ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға