«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Балалар менән башҡортса фильмдар ҡарарға килегеҙ!



21.10.2019 Балалар менән башҡортса фильмдар ҡарарға килегеҙ!

"Тамыр" телеканалы кескәй дуҫтар менән яңы осрашыуҙар әҙерләй.

Был шаршамбы, йәғни 23 октябрь ул "Родина" кинотеатрына саҡыра.

Сарала Мостай Кәрим әҫәрҙәре буйынса "Тамыр" телеканалы төшөргән "Беҙҙең өйҙөң йәме" һәм "Малайҙар" фильмдары күрһәтеләсәк.

"Дуҫтар! Уйындарҙа ҡатнашып, бүләктәр отоп, туған телдә, фильмдарҙа төшкән геройҙар менән аралашҡығыҙ киләме, улайһа, беҙ һеҙҙе көтәбеҙ!" - тип яҙа үҙенең сәхифәһендә "Тамыр" хеҙмәткәре Гөлназ Ишемғолова.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға