«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Радий Хәбиров: “Был өс районға ныҡ оят...”



21.10.2019 Радий Хәбиров: “Был өс районға ныҡ оят...”

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә БР ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәйзрахманов, төбәктә һыйырҙарҙы һаҡлап ҡалыу буйынса доклад менән сығыш яһаны. Радий Фәрит улы, өс районға бындай түбән күрһәткестәр өсөн ныҡ оят булырға тейеш, тип белдерҙе.


“Мине Дүртөйлө, Стәрлетамаҡ һәм Шишмә райондарында күрһәткестәрҙең минус менән булыуы ғәжәпләндерә. Асҡын тураһында әйтмәйем, сөнки унда башҡа бурыс тора һәм һүҙ бара. Был райондар бөгөн һөт, ауыл хужалығы буйынса "ҡыҙыл зона"ла буласаҡ”, - тине Радий Фәрит улы.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға