«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Маргарита Васильева үҙен дә, команданы ла урынһыҙ ҡалдырҙы...



19.10.2019 Маргарита Васильева үҙен дә, команданы ла урынһыҙ ҡалдырҙы...

Халыҡ-ара биатлонсылар союзы Рәсәй биатлонсыһы Маргарита Васильеваның уҙған миҙгелдәге һөҙөмтәләрен рәсми рәүештә юҡ итте.
Белеүегеҙсә, Васильева уҙған миҙгелдә тәғәйен булған өс допинг-тесына бармай ҡағиҙәне боҙа һәм халыҡ-ара биатлон союзы исеменән 18 айға спорттан ситләтелә. Шул уңайҙан Рәсәй йыйылма командаһы көслөләр рәтендә урынын юғалтып, киләһе миҙгелдә ярышҡа сығасаҡ алты биатлонсы урынына биш кешене генә теркәй ала.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға