«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әйҙәгеҙ, Илешкә!



18.10.2019 Әйҙәгеҙ, Илешкә!

Илеш ерҙәрендә "Ауаз" яңғыраясаҡ!


24 октябрҙә "Ауаз" башҡорт этник мәҙәниәте һәм заманса сәнғәт фестивале старт ала. Күп жанрлы асыҡ фестиваль быйыл 3-сө тапҡыр ойошторола. Уны Илеш районы ҡабул итә.
Әлеге көндә сарала 600 кеше ҡатнашырға теләк белдергән. Улар араһында ижади коллективтар, талантлы ғаиләләр, студенттар һәм айырым башҡарыусылар, рәссамдәр, ҡул эше оҫталары бар.
Фестиваль программаһында төрлө осрашыуҙар, фәнни-ғәмәли конференция, оҫталыҡ дәрестәре, ижади сығыштар ҡаралған. Ә 25 октябрҙә, "Ауаз" фестиваленең Гала-концертында икенсе ҙур сараға - "Йырсы ауыл" республика конкурсына старт биреләсәк!





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға