«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Финдар Европа тарихын яҙмаҡсы...



18.10.2019 Финдар Европа тарихын яҙмаҡсы...

Киләһе йыл буласаҡ футбол буйынса Европа чемпионатында ҡатнашасаҡ 24 илдең әле үк алтыһы билдәле булды.
Яңыраҡ уҙған һайлап алыу төркөм осрашыуҙары һөҙөмтәһе буйынса Бельгия, Рәсәй, Италия, Украина, Испания һәм Польша командалары уңышлы уйнап, алдан финал уйындарына путевка яуланы.
Ноябрь урталарында һуңғы төркөм осрашыуҙары үтеп, уның һөҙөмтәһе буйынса тағы 16 команда бәхетен кисерәсәк. Улар араһында Англия, Германия, Хорватия, Австрия, Франция хатта Финляндияның да булыуы ихтимал. Сөнки һуңғыһы үҙ тарихында бер ҙә Европа беренселегендә ҡатнашҡаны булмай.
Ҡалған дүрт команда милләт-ара лигаһының һөҙөмтәһе буйынса билдәле буласаҡ.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға