«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Дзюба менән итальяндар ҡыҙыҡһына



17.10.2019 Дзюба менән итальяндар ҡыҙыҡһына

Италияның “Интер” футбол клубы Рәсәй йыйылма командаһының лидеры Артём Дзюбаға ҡыҙыҡһыныуын белдергән.
Команда етәкселеге Дзюбаны киләһе йылда ылыҡтырмаҡсы була, сөнки уның “Зенит” менән булған килешеүе 2020 йылда тамамлана.Улар уны 15 миллион евроға баһалай. Рәсәй һөжүмсеһе быйылғы миҙгелдә Питер командаһы өсөн 15 осрашыуҙа уйнап, 7 гол индерә һәм 7 тапҡыр гол индереүҙә булышлыҡ итә. Шулай уҡ Рәсәй йыйылма командаһы составында Европа беренселегенең һайлап алыу төркөм осрашыуында 9 гол индереп, бомбардирҙар араһынла икенсе урынды биләй.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға