«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Подчуфарова Словенияға "һатылды..."



16.10.2019 Подчуфарова Словенияға "һатылды..."

Рәсәй биатлонсыһы Ольга Подчуфарова киренән спортҡа ҡайтып, киләһе миҙгелдән Словения командаһы өсөн сығыш яһаясаҡ.
27 йәшлек спортсы 2017/2018 миҙгел тамамланғас, яратҡан шөғөлөнән киткәйне. Быйыл ҡабаттан ҡайтасағын белдереп, күнекмәләргә тотона һәм Рәсәй йыйылма командаһына эләгеүҙе төп маҡсат итеп ҡуя. Әммә Словения биатлон федерацияһына мөрәжәғәт итеп, улар составында сығыш яһауҙы һорай. Тегеләр риза була һәм уға гражданлыҡ бирәләр.
Шулай итеп Подчуфарова киләһе миҙгелдән Словения флагы аҫтында сығыш яһаясаҡ.
Ольга Рәсәй йыйылма командаһы составында донъя чемпионатында ҡатнаш эстафетала бронза миҙал яулай. Шулай уҡ донъя кубогы этабында бер алтын һәм бер бронза миҙалға эйә була.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға