«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » М.Ғафури музейына буласаҡ автотранспортсылар килгән



16.10.2019 М.Ғафури музейына буласаҡ автотранспортсылар килгән

Мәжит Ғафуриҙың Мемориаль йорт-музейында Республика көнөнә арналған “Тыуған еремде данлайым” тип аталған лекция-викторина ойошторолдо.

Ҡунаҡтар - Өфө автотранспорт колледжының 2-се курс студенттары һәм уларҙың уҡытыусылары Гөлнур Хөснитдинова, Ләйсән Ғәлиева алдында музей хеҙмәткәрҙәре тәү сиратта, Башҡортостан Республикаһы суверенитетының ҡабул ителеү тарихы, илебеҙҙең өс төп дәүләт символдары – гимн, герб, флаг менән яҡынданыраҡ таныштырып үтте.

Артабан студенттарға Башҡортостан тураһында викторина һорауҙары тәҡдим ителде. Фәһемле сара ҡунаҡтары ла буш килмәгән. Улар республика тураһында шиғырҙар һөйләп ишеттерҙе, хатта башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлнур Әнүәр ҡыҙы башҡорт иленә бағышлап, үҙе ижад иткән ҡобайырҙы башҡарҙы.

Башҡортостаныбыҙҙың барлыҡ ҡиммәттәрен сағылдырыусы видеоролик ҡарау ҙа бик йәмләне бөгөнгө сараны. Студенттар үҙҙәренең тәьҫораттары менән бүлеште, илебеҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоларын кисереүҙәре хаҡында белдерҙе. БР Милли әҙәбиәт музейының методик бүлеге мөдире Э. М.Хәйбулина учреждение менән тығыҙ хеҙмәттәшлеге өсөн колледждың башҡорт теле һәм тарих уҡытыусыһы Ләйсән Зөлфир ҡыҙына Рәхмәт хаты тапшырҙы.

Музей буйлап ойошторолған экскурсия сараның йомғаҡлау өлөшө булып торҙо.










Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға