«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Айгиздең китабын үзбәктәр ҙә уҡыясаҡ



16.10.2019 Айгиздең китабын үзбәктәр ҙә уҡыясаҡ

Яҙыусы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтов социаль селтәрҙәрҙә үҙенең оло шатлығы менән бүлеште. Баҡтиһәң уның ныҡ популяр "Ҡалдырма, әсәй!" китабы "Колдирманг, она!" тип үзбәксә сыҡҡан.

Тәржемәне Мәхбүбә Темирова менән Мортаз Һатыбалдиев эшләгән. Баш һүҙҙе филология фәндәре докторы, Андижан дәүләт университеты профессоры Салимахон Мирзаева яҙған.

Айгиз Ғиззәт улы Үзбәкстанға китап туйына барырға йыйына.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға