«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Владимир Путин - Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә



16.10.2019 Владимир Путин - Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә

Рәсәй Президентының ғәрәп илдәренә китеүе тураһында яҙғайныҡ инде. Кисә ул етәкләгән делегация Сәғүд Ғәрәбстанында сәфәрен тамамлап, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә килде.

Абу-Дабиҙағы Ҡаср Әл-Ватан һарайында Владимир Путин тәхет вариҫы, Әмирлектәрҙең Ҡораллы көстәренең Баш командующийы урынбаҫары Мөхәммәд бин Зәйед Әл-Нахайян менән осрашты.

Хужа яҡ беҙҙең делегацияны бик йылы ҡаршыланы. Шәйех (Президент) Әл Нахайяндан ҙур сәләм еткерҙеләр.

Мөхәммәд әфәнде беҙҙең Президентҡа, ҡәҙерле ҡәрҙәш, дуҫ, тип өндәште. Рәсәйҙе икенсе йорто итеп тә иҫәпләүен әйтте.
- Һеҙҙең был сәфәрегеҙ тәрән эҙ ҡалдырыр һәм беҙҙең стратегик партнерлыҡты сифатлы үҫтереүгә, яңы кимәлгә сығарыуға булышлыҡ итер, тип өмөтләнәм, - тине шәйех вариҫы.

Владимир Путин да, үҙ сиратында, саҡырыуҙарына рәхмәт әйтеп, илдең йылдам үҫеүен, матурайыуын белдерҙе.

Осрашыу һөҙөмтәләре буйынса байтаҡ документҡа ҡул ҡуйылды. Хужалар беҙҙең делегацияға инвестиция проекттары күргәҙмәһен дә күрһәтте.

Әлбиттә, Владимир Путин менән Мөхәммәд бин Зәйед Әл-Нахайян бер-береһенә бүләк тә биреште.
Беҙҙеке аҡ шоңҡар алып килгәйне. Ә ғәрәп партнерыбыҙ элегерәк Әмирлектәрҙең президенты резиденцияһы булған Ҡаср Әл-Хосн һарайының макетын тапшырҙы.







Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Кремлин.ру


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға