«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Төньяҡ Кореяла тамашасаһыҙ футбол уҙған



15.10.2019 Төньяҡ Кореяла тамашасаһыҙ футбол уҙған

Яңыраҡ Төньяҡ Кореяла футбол буйынса донъя чемпионатының һайлап алыу төркөм осрашыуында урындағы команда Көньяҡ Корея йыйылма командаһы менән осрашты.
Уйын 50 мең һыйҙырышлы буш стадионда 0:0 иҫәбенә тамамланды. Осрашыуға хатта журналистарҙы ла индермәйҙәр. Телевидение тураһында әйтеп тороуы ла урынһыҙ.
Бәйгене ҡарарға килгән ФИФА президенты Джанни Инфантиноға ғына рөхсәт була.
Был осрашыуҙан һуң, икеһе лә 3 уйындан һуң 7-шәр мәрәй яулап, үҙ төркөмөндә беренсе-икенсе урындарҙы бүлешәләр. Төркөм еңеүселәре һәм икенсе урын алған дүрт яҡшы команда киләһе раундҡа сығып, донъя чемпионатына эләгеү өсөн көрәшен дауам итәсәк.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға