«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бразилияның диңгеҙ ярында совет диңгеҙселәренең хаты һалынған шешә табылған



15.10.2019 Бразилияның диңгеҙ ярында совет диңгеҙселәренең хаты һалынған шешә табылған

Бразилия туристары үткәндәрҙән хат алып аптыраған. Бында ял итеүсе студенттар төркөмө совет диңгеҙселәре хат яҙып һалған шешәгә юлыҡҡан. Тик был хатта нимә яҙылғанын шунда уҡ уҡый алмағандар, сөнки яҙма рус телендә булған. Яҙма ҡыҙыҡһыныу уятҡан һәм уны студенттар интернет битенә ҡуйып, тәржемәһен һораған. Уларҙың һорауына бик күп кеше яуап ҡайтарған.

Әлеге хатта диңгеҙселәрҙең, ҡоро законды боҙоп, был шешәне бушатыуҙары хаҡында яҙылған.

Белгестәр фаразлауынса, хат 90-сы йылдарҙа диңгеҙгә ташланған.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға