«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Олимпия чемпиондары сирекфиналға сыға алманы



15.10.2019 Олимпия чемпиондары сирекфиналға сыға алманы

Японияла барған регби буйынса донъя чемпионатында сирекфиналсылар билдәле булды.
Беренсе сирекфиналда Англия командаһы Австралия менән осрашһа, Яңы Зеландия регбисылары Ирландия менән көс һынашасаҡ. Уэльс йыйылма спортсылары Францияға һынау тотһа, беренселек хужалары Көньяҡ Америка командаһы менән ярымфиналға сығар өсөн көрәшәсәк.
Регби буйынса Олимпия уйындарының чемпионы – Фиджи Республикаһы командаһы донъя беренселегендә ике тапҡыр отолоп, сирекфиналға сыға алманы. Фиджи тигәндән, уларҙа регби иң популяр спорт төрҙәренең береһе булып һанала. Шуға ла 2016 йылда уҙған Олимпия уйындарында улар үҙ тарихында тәүгә ҙур уңышҡа өлгәште.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға