«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Иҙеүкәй менән Мораҙым" сәхнәләштерелә!



15.10.2019 "Иҙеүкәй менән Мораҙым" сәхнәләштерелә!

Салауат башҡорт дәүләт драма театры яңы премьера әҙерләй

Мөхәмәтша Буранғоловтың "Иҙеүкәй менән Мораҙым" әҫәре Олжас Жанайдаров инсценировкаһында сәхнәгә сыға. Проект "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Бәләкәй Ватан мәҙәниәте" программаһына ярашлы тормошҡа ашырылды. Режиссеры - Шәйехзада Бабич исмендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Илсур Ҡаҙаҡбаев.
Республиканың 100 йыллығы уңайынан ҡуйылған спектаклде тамашасылар 7 декабрь көнө ҡарай ала.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға