«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Екатеринбургта машинаһын һатҡан ҡатын юғалған



15.10.2019 Екатеринбургта машинаһын һатҡан ҡатын юғалған

Екатеринбург ҡалаһында 27 йәшлек ҡатындың юғалыуы хаҡындағы хәбәр күптәрҙе тетрәндергәндер.

Ксения Каторгина үҙенең Audi Q5 автомобилен һатырға була. 10 октябрҙә һатып алыусылар менән осрашырға китә һәм юҡҡа сыға. Телефоны ла һүнгән.


Һуңынан ҡатындың автомобилен табалар, уны алыпһатарҙар яңынан һатыуға сығарған. Улар автомобилде сиғандарҙан һатып алыуы хаҡында хәбәр итә. "Документтары теүәл, яндарында Ксенияға оҡшаған ҡатын да булғас, бер ниндәй ҙә шик тыуманы", - ти улар.


Тикшереү барышында машинаның эсендә йыуылған ҡан таптары булыуы асыҡлана. Уның кемдеке булыуы билдәһеҙ. Ә Ксения хаҡында әлегә бер хәбәр ҙә юҡ. Уны эҙләү дауам итә. Был хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Йәш әсәнең 9 йәшлек ҡыҙы ҡалған.


Ошондай уҡ хәл көҙгөһөн Новосибирск ҡалаһында ла була. 6 сентябрҙә 36 йәшлек Наталья Устинова Mazda Demio машинаһында сығып китә һәм юғала. Уның ике балаһы ҡала. Һуңынан асыҡланыуынса, ҡатын сауҙа үҙәге янында машинаһын ҡалдырып, үҙе таксиҙа яңы машина ҡарарға китә. 1 октябрҙә ҡатындың үле кәүҙәһен такси төшөрөп киткән урындан алыҫ түгел ерҙә табалар.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: Т. АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға