«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡурҡыуҙы онота кеше талаусылар



12.10.2019 Ҡурҡыуҙы онота кеше талаусылар

Ҡурҡыуҙы онота кеше талаусыларТуймазы ҡалаһында көпә-көндөҙ 50 йәшлек ҡатынды талай яҙғандар. Әлдә үҙе бирешмәгән.

Уның һөйләүе буйынса, урамда тыныс ҡына китеп барғанда бер ир кинәт уның аяғына типкән дә, муйынындағы алтын сылбырға үрелгән.

Ҡатын саҡ йығылмаһа ла, уның ҡулына йәбешеп, ныҡ итеп ҡысҡыра башлаған, ярҙамға саҡырған.

Бындай ҡаршылыҡҡа әҙер булмаған ир юғалып ҡалған һәм тайыу яғын хәстәрләгән.

Ҡатын шунда уҡ полицияға барып, ғариза яҙған, уның ярҙамы менән кеше талаусының фотороботы төҙөлгән.


Оперативниктар фотороботта алдан хөкөм ителгән ирҙе шунда уҡ таныған. Шартлы рәүештә сығарылған ваҡытта кешенең сылбырын урламаҡсы булған. Күп тә үтмәгән ул үҙе ғәйебен танып, полицияға килгән.

Был факт буйынса, әлбиттә, енәйәт эше асылған.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға