«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ниагара шарлауығы башҡорт байрағы төҫөндә яҡтыртылды!



12.10.2019 Ниагара шарлауығы башҡорт байрағы төҫөндә яҡтыртылды!

Ниагара шарлауығы башҡорт байрағы төҫөндә яҡтыртылды!Республика көнөндә, 11 октябрҙә Ниагара шарлауығы башҡорт байрағы төҫөнә инәсәк тип алдан хәбәр иткәйнек.

Был акцияға Канада башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәриҙә Сәмерхәнова нигеҙ һалған. Уның тәҡдименә шарлауыҡтың хакимиәте ризалашҡан.

11 октябрҙә урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт 10-да бында бик шәп күренеш булды - шарлауыҡты яҡтыртҡан уттар Башҡортостан флагы төҫөндә зәңгәр, аҡ һәм йәшел төҫтә янды. Июллюминация беҙҙеңсә ваҡыт менән 12 октябрҙең иртәнге сәғәт 7-лә үтте.

Видеояҙманы "Бәйләнештә"ге төркөмөбөҙҙә ҡарағыҙ.
"Инстаграм"да:
instagram.com/thebestfromrushadrakhimov3978/





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға